2021-06-10 12:53:10
Мы подготовили небольшую подборку башкирских поговорок об отношениях с соседями.
Әстрханда ике күрше йәшәгән, ти, ғүмер буйы бер-береһенең ишеге ҡайҙа асылғанын белмәгән, ти.
Күршеңдең хәлен ауыл аша һорама.
Күршең менән татыу булһаң, үҙең матур булырһың.
Тыныс йәшәр инем дә ул, күршем яман шул.
Күршең яман булһа, теш һыҙлауынан яман.
Үҙенекен бирмәҫ, күршенекен алмаҫ.
Бүре күрше малына теймәй.
Йорт һатып алма, күрше һатып ал.
Өй һалһаң, күршеңде һатып ал.
Урын һайлама, күрше һайла.
Алыҫтағы ҡәрҙәштән татыу күрше артыҡ.
Яҡшы күрше — ярты туған.
Илеңдә ни барҙы күршеңдән һора.
Усаҡҡа һыу һипһәң — һүнә, күршеңде борсоһаң — күсенә.
Күршеңдән көтмә, эшендән көт.
Күршеңде ҡарғама, үҙ башыңа төшөр.
Күршеләргә туй килһә, һин дә ҡапҡаң асып ҡуй.
Келәте бикле күршеһе менән тыныс.
Күрше арала булыш ҡасмаҫ, булышҡанда һулыш ҡасмаҫ.
Күршеңә онға инмәһәң дә, утҡа инерһең.
Күрше килер — күрешә килер, үлһәң-ҡалһаң — булыша килер.
Ярҙам иткән дә күрше, ярҙан эткән дә күрше.
Кенә — дошманлыҡтың күршеһе.
Аттың шәбе — кешелә, ҡатын шәбе — күршелә.
Күршенең өйрәге лә — ҡаҙ, ҡатыны ла — ҡыҙ.
Күршеңдең кем икәнен белгең килһә, кисен һөт һора.
Үҙеңдең кем икәнлегеңде белгең килһә, күршеңдән һора.
Күршелә бай булһа, яҙығы ярлыға тейә.
159 views09:53