Получи случайную криптовалюту за регистрацию!

Ҡоллоҡ сире яман шул... 'Шайморатов', 'Доставалов', Ике 'Са | Батыр Башкурди

Ҡоллоҡ сире яман шул...

"Шайморатов", "Доставалов",
Ике "Салауат Юлаев" -
Былар милли батальондар,
Ә төп дошман - украиндар...

Украинды ҡырған һымаҡ
Башҡортты ла ҡырған батша.
Быны онотҡандар - ахмаҡ,
Ҡоллоҡ сире яман башта.

Йырҙар йырлап, гармун тартып
Яуға китәләр башҡорттар.
Хатындар ҡала оҙатып,
Етем ҡалалар күп йорттар...

Башҡорт кәмеһә күберәк ,
Түрәләргә шатлыҡ ҡына.
Ерҙәр ҡалыр иркенерәк
Түрәләрҙең үҙ халҡына...

Кисә күрҙем интернетта:
Мулла елә БМП - ла...
Сит баҫыуҙар ике яҡта
Уға ләғнәт уҡып ҡала...

(Абай улы)