Получи случайную криптовалюту за регистрацию!

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ... 21 декабрҙә М. Аҡмулла исемендәге Ба | ГБОУ РИЛИ | Республиканский инженерный лицей-интернат

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ...

21 декабрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында илебеҙҙең күренекле сәсәниәһе, филология фәндәре докторы, сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, фольклорсы Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева тәҡдиме менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан бөтә Донья башҡорттары ҡоролтайы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты тарафынан ойошторолған мәшһүр "Урал батыр" эпосының тыуған көнөнә арналған ҙур сара үтте. Байрамда Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселеге, Башҡортостан бөтә Донья башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының ректоры, уҡытыусылары, студенттары, яҙыусылар, ғалимдар, гәзит-журнал, телевидение эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Шундай мәртәбәле ҡунаҡтар менән бер рәттән Республика инженер лицей- интернаты уҡыусылары ла был сараға саҡырылғайны.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/@rilirb-yashyly-bulyn-atyy